Юшатыр
-18 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Спорт
4 Декабря 2018, 14:01

«КӨРӘШСЕ» ИСЕМЕН АҠЛАЙҘАР

«Прометей» спорт-һауыҡтырыу комплексында Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы призына грек-рим көрәше буйынса ярыш уҙғарылды. Республиканан ғына түгел, ә күрше Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһенән дә бик көслө спортсылар йыйылды был бәйгегә. РПЛИ директоры

«Прометей» спорт-һауыҡтырыу комплексында Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы призына грек-рим көрәше буйынса ярыш уҙғарылды. Республиканан ғына түгел, ә күрше Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһенән дә бик көслө спортсылар йыйылды был бәйгегә.


Республика политехник лицей-интернаты уҡыусылары ла был спорт сараһынан ситтә ҡалманы. Лицейҙан биш егет ҙур еңеүҙәргә өлгәште: Ғәзиз Ғәббәсов, Нур Исмәғилев, Кирилл Синельников 2-се урын яулаһа, Марат Йосопов, Тимерлан Ноғоманов 3-сө урынды бүлеште. «Был егеттәр үткән йылда уҙғарылған ярыштарҙа ла алдынғылыҡты бирмәне», - тип һоҡлана тренерҙары Рәсәй Федерацияһының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының почетлы физик культура хеҙмәткәре Кәрим Ғәйнетдин улы Ғөбәйҙуллин. Бына шундай тырыш, көслө егеттәр уҡый беҙҙең лицейҙа!
Читайте нас в