Все новости
Спорт
4 Декабря 2018, 14:24

ШӘП ҺУҒАЛАР

Таймаҫтар шәп һуға, тип яҙҙыҡ бер рәт. Тамаҡ яғына түгел, волейбол, баскетболды шәп һуға.

Таймаҫтар шәп һуға, тип яҙҙыҡ бер рәт. Тамаҡ яғына түгел, волейбол, баскетболды шәп һуға.


Яңыраҡ ике көн буйы Ермолаевола КЭС-БАСКЕТ тип аталған баскетбол буйынса район чемпионаты үтте, шунда улар гел беренсе урынды яулаған. 15 ирҙәр, 14 ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында чемпион булыу һәр кемгә лә тәтемәй, Таймаҫ егет-ҡыҙҙарының аталары әллә Майкл Джорданмы икән әллә тип шикләнергә урын бар.

Үҙегеҙ ҡарағыҙ:

Ир-егеттәр араһынан:

1-се урын – Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы;

2-се урын– Бөгөлсән мәктәбе;

3-сө урын –Ермолаевоның 2-се мәктәбе.

Ҡыҙҙар араһынан:

1-се урын – Р. Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ гимназияһы;

2-се урын – Ермолаевоның 1-се мәктәбе;

3-сө урын–Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал мәктәбе.
Читайте нас: