Мәләүез ҡалаһында күптән түгел башҡорт халҡының милли батыры, абыҙы Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә арналған милли көрәш буйынса ярыштар үткән. Барлығы 12 команда ҡатнашҡан был ярышта.
Кемгә кемгә - Кинйәнең яҡты рухына арналғас, әлбиттә, беҙҙең Көйөргәҙе менән Күмертау егеттәре лә шундай изге саранан ситтә ҡала алмаған. Һәм улар һәйбәт урындар ҙа яулаған:
35 кг. ауырлыҡта 2-се урынды Күмертауҙан Айбулат Әбдфрәхимов, 40 кг ауырлыҡта 3-сө урынды Көйөргәҙе районынан Малик Емилов, 45 кг ауырлыҡта 1-се урынды Күмертауҙан Рәмил Ҡолоев, 2-се урынды Күмертауҙан Айнур Аҡбулатов, 55 кг ауырлыҡта 3-сө урынды шулай уҡ Күмертауҙан Ғәли Торошев алған. Милли көрәшебеҙҙе үҫтереүгә индергән әүҙемлектәре өсөн батыр егеттәребеҙгә грамота менән бергә бүләктәр ҙә биргәндәр.