Все новости
Спорт
11 Января 2019, 12:35

ХОККЕЙ СЕРҘӘРЕНӘ ӨЙРӘНӘЛӘР

Яҡшымбәттәрҙең хоккей коробкаһы һәр саҡ гөрләп тора. 5 ғинуарҙа улар үҙҙәренә 2005-2007 йылғы балалар араһында барған шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге ярышына сираттағы спортсыларҙы саҡырҙы.

Унда Яҡшымбәт ауылының “Искра” командаһы менән Мәләүез ҡалаһынан “Сапсан” командаһы көс һынашты. Көсөргәнешле уйында “Сапсан” командаһы 6:2 һаны менән еңеүсе тип билдәләнде.

8 ғинуарҙа, шулай уҡ 2005-2007 йылғы балалар араһында барған шайбалы хоккей буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеген дауам итеп, Яҡшымбәт хоккейсылары Күмертау боҙ һарайы “Сапсан Арена”ға барып та уйнаны. Бында ҡаланың “Сапсан – 1” командаһы 6-ға 3 мәрәй менән “Искра”ларҙы еңде.

- Беҙгә хоккей уйнау бик оҡшай. Хоккей серҙәренә өйрәтеүсе тренерыбыҙ Илгиз Мораҙымовҡа рәхмәт, - тип шатлана Яҡшымбәт хоккейсылары.
Читайте нас: