Шаршамбы көндө Богородский ауылында көрәш буйынса Мәләүез районы беренселеге үтте. 2003-2005-се йылғылар һәм унан да йәшерәк көрәшселәр араһында районыбыҙҙың Яҡуп ауылы көрәшселәре лә көс һынашты. Күрше-тирә район һәм ҡалаларҙан йыйылған алтмыштан артыҡ бәйгесе араһында үҙҙәренең ауырлыҡ категорияһында Яҡуптан 1-се урынды Малик Емилов яуланы. 2-се урынға Илнар Батыршин сыҡһа, 3-сө урындарҙы Йәмил Искәндәров менән Алик Гвоздик бүлеште һәм 4-се урынды Тимур Семенов алды.
- Күрше район һәм ҡалалар үткәргән көрәш ярыштарында һәр саҡ ҡатнашабыҙ. Беҙ – уларға, улар беҙгә килеп көс һынашабыҙ. Был юлы ла биш уҡыусыбыҙ үҙ көстәрен һынаны, һәм дүртәүһе призлы урындар яуланы, - ти Яҡуп ауылы мәктәбе директоры һәм көрәш буйынса тренерҙары Самат Усманов.