Все новости
Спорт
8 Февраля 2019, 12:58

ҠАЗАНҒА ЙЫЙЫНАЛАР

Күптән түгел Стәрлебаш районында көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге үтте. Унда 2005-2006 йылғы көрәшселәр араһында Рәсәй буйынса үтәсәк бәйгегә һайлап алыу туры үтте. Үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарау өсөн республикабыҙҙың төрлө район ҡалаларынан ҡатнашҡан егеттәр араһында ҡалабыҙҙың 3-сө БРГИ уҡыусылары ла ҡатнашты.

Бәйгелә келәмгә бил алышырға сыҡҡан батырҙар араһында Йәмил Әбдрәхимов 70 кг ауырлыҡта 1-се урынды яулаған, ә 75 кг ауырлыҡта Рөстәм Сәлихов 2-се урынға сыҡҡан. Хәҙер гимназиябыҙҙың егеттәре Ҡазанда үтәсәк Бөтә Рәсәй спартакиадаһында ҡалабыҙҙың ғына түгел, ә республикабыҙҙың да данын яҡлаясаҡтар.

- Беҙ Рәсәй буйынса үтәсәк бәйгелә ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. БР беренселегендә еңеүебеҙгә тренерыбыҙ Әсхәт Әкрәм улы Шәриповҡа рәхмәтлебеҙ. Алла бирһә, уның менән Ҡазанға барып та уңыштар яулап ҡайтырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Йәмил менән Рөстәм.
Читайте нас: