Все новости
Спорт
12 Февраля 2019, 15:23

АҠ ХАЛАТЛЫЛАР - САҢҒЫЛА

Үткән шәмбе баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостан табибы, Советтар Союзы геройы Филипп Кургаев иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы үтте.

Үткән шәмбе баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостан табибы, Советтар Союзы геройы Филипп Кургаев иҫтәлегенә арналған саңғы ярышы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларының һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре араһында барлығы 47 команда көс һынашты.

Көндәрҙең һыуыҡ, эштәрҙең күп булыуына ҡарамай аҡ халаттарын сисеп ҡалабыҙҙың һаулыҡ һаҡсылары ла саңғыға баҫты. Республика буйынса үткән бәйгелә 400-саңғысы араһында Күмертау табиптары 3-сө урын алды. Ә үҙ йәше категорияһында Миләүшә Чеснокова 2-се урынды яуланы.

Һаулыҡ һағында тороусы аҡ халатлылар һәр ваҡыт та төрлө ярыштарҙа даими ҡатнашып, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуҙарын иҫбатлап торалар. Был юлы ла ҡалабыҙҙың медицина хеҙмәткәрҙәре һынатманы. Еңеүселәр Маҡтау грамоталары, миҙалдар һәм бүләктәр менән бүләкләнде.
Читайте нас: