Все новости
Спорт
12 Февраля 2019, 15:36

ЕҢЕҮҘӘРЕНӘ ШАТБЫҘ

Район хакимиәте башлығының призына үткән саңғы ярышын йыл да балалар көтөп ала. Был бәйгелә Аҡһары мәктәбе уҡыусылары тренерҙары Марат Сәлиҡбаев менән еңеп ҡайттылар.

Район хакимиәте башлығының призына үткән саңғы ярышын йыл да балалар көтөп ала. Был бәйгелә Аҡһары мәктәбе уҡыусылары тренерҙары Марат Сәлиҡбаев менән еңеп ҡайттылар. Улар 31 миҙал алып ҡыуандылар. Ошондай сара үткәргәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, район хакимиәтенең спорт, физик культура һәм туризм буйынса комитет етәксеһе Василий Копыловҡа һәм беҙҙең тренерыбыҙ Марат Сәлиҡбаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Балаларыбыҙҙың еңеүҙәренә шатланабыҙ һәм уларға артабан да тырышып уҡыуҙарын, спортта ла һынатмайынса һәр саҡ юғары үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ. Беҙҙең мәктәптә Марат Булат улы кеүек физкультура уҡытыусыһы булыу менән дә ғорурланабыҙ һәм артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: