Все новости
Спорт
12 Февраля 2019, 16:00

КЕСЕҺЕ ЛӘ, ОЛОҺО ЛА ЕЛДЕ

Үткән шәмбе көндө район хакимиәте башлығы бүләгенә саңғы ярышы үтте. Был сараға ҡарап көйөргәҙеләрҙең сәләмәт тормош яҡлы икәнлектәрен күреп булды. Унда саңғыға баҫҡандар араһында төрлө ойошмалар, мәғариф учреждениелары, предприятиелар, ауыл халҡы араһында хатта бәләкәс кенә балалар ҙа, күптән хаҡлы ялда булған өлкәндәр ҙә бар ине.

Саңғысыларҙың күплеген иҫәпкә алып, ярыш йәш буйынса 11 категорияға бүлеп үткәрелде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, саңғысылар араһында алты-ете-һигеҙ тиҫтәне ваҡлаусы өлкәндәр ҙә, балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр ҙә күп ине. 700-гә яҡын саңғысы араһында стартҡа тәүҙә бәләкәстәр баҫты. Улар араһында иң кескәйе 4 йәшлек Данис Хәйбуллин ине. Иң өлкән саңғысы 78 йәшлек Иван Герасимов булып сыҡты.

Командалар араһында 1-се һәм 2-се урындарҙы Аҡһары мәктәбе бәйгеселәре, ә 3-сө урынды Таймаҫ гимназияһы уҡыусылары алды. Әйткәндәй, аҡһарылар һәр саҡ спорт буйынса беренселәр рәтендә. Бында саңғы ғына түгел, спорттың башҡа төрҙәре буйынса ла өлгө итеп күрһәтерҙәй уҡыусылар етерлек. Шуныһы хафаға һала, Ермолаевоның уҡыусы балалар һаны буйынса иң күп булған 1-се һанлы мәктәбе ярышта бөтөнләй урын алмаған. Бында спортҡа битарафтармы, әллә саңғы ярышын һанға һуҡмауҙарымы?

Саңғыла үҙ йәше буйынса ярышыусылар араһында ла еңеүселәр күп. 1-се, 2-се һәм 3-сө урындарҙы алыусылар район хакимиәте башлығы ҡулынан аҡсалата бүләк, Почет грамоталары, миҙалдар һәм спорт шапкалары алып ҡыуанды.

Йәшенә-ҡартына, һөнәренә ҡарамай, барыһын да бергә берләштергән “Саңғы ярышы – 2019” сәләмәт йәшәү рәүешенә этәргес көс бирҙе.
Читайте нас: