Все новости
Спорт
26 Февраля 2019, 16:02

Һаман йәш. Береһенә лә бирмәй

Көйөргәҙе районы хакимиәтенең спорт, физкультура һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Василий Копыловтан бер саҡ һорайҙар икән: Өфөгә кәңәшмәгә һеҙҙән кем барҙы?

Көйөргәҙе районы хакимиәтенең спорт, физкультура һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Василий Копыловтан бер саҡ һорайҙар икән: Өфөгә кәңәшмәгә һеҙҙән кем барҙы? Василий Иванович шулай тип яуап бирә: тик йәштәр генә барҙы, Виктория Кудинова һәм мин. Виктория - йәп-йәш , сибәр ҡатын, һүҙ ҙә юҡ, ә Копыловтың үҙен шул йәштәр иҫәбенә керетеп ебәреүе юҡтан ғына түгел. Пенсияла булһа ла, Василий Иванович һаман да йәш, һаман да дәртле. Көйөргәҙе Башҡортостан ауыл райондары араһында спорт буйынса гел алда бара. Был иһә иң тәү сиратта В. Копыловтан, уның ойоштороу, етәкселек оҫталығынан тора. Халыҡ һаны буйынса 24 мең кеше йәшәгән 26 ауыл районы араһында Көйөргәҙе районының йыйылма командаһы спорттың 19 төрө буйынса 1-се урындарҙы яулаған. Беҙ - был уйындарҙа ысын мәғәнәһендә чемпион, 7 йыл рәттән береһенә лә беренселекте биргәнебеҙ юҡ.
Читайте нас: