Все новости
Спорт
5 Марта 2019, 12:29

Тағы ла еңеү

Яҡуп һәм Яҡшымбәт батырҙары тағы ла еңеү яуланы.

Яҡуп һәм Яҡшымбәт батырҙары тағы ла еңеү яуланы. Үткән йома көндө Стәрлебаш районында көрәш буйынса уҡыусылар спартакиадаһы үтте. Төбәк-ара бәйгелә Яҡуп көрәшселәре (тренерҙары Самат Туйгилдин) менән Яҡшымбәт егеттәре лә (тренерҙары Румил Ғайсин) көс һынашты. Унда үҙ ауырлыҡ категорияларында Илнар Батыршин һәм Тимур Семенов 2-се урынды яуланы, ә инде Линар Батыршин, Егор Иҙрисов, Илнур Ғәлиев, Таһир Бикбаев, Альмир Рахманғолов 3-сө урынға сыҡты. Икенсе урын алған егеттәребеҙ апрель айында үтәсәк республика спартакиадаһында ҡатнашасаҡтар.
Читайте нас: