Все новости
Спорт
7 Марта 2019, 12:41

Һынатмайҙар

Күмертау көрәшселәре бер ҡайҙа ла һынатмай.

Күмертау көрәшселәре бер ҡайҙа ла һынатмай. Күптән түгел Стәрлебаш районында үткән уҡыусылар спартакиадаһында 3-сө БРГИ менән Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе көрәшселәре ҡатнашты. Унда гимназиябыҙҙан (тренерҙары Әсхәт Шәрипов) Рөстәм Сәлихов 1-се урынды яулаһа, Ғәли Торошев, Иҙел Ирғәлин, Ғәлийән Ғәҙеләев, 2-се һәм Айбулат Әбдрәхимов, Айсыуаҡ Бикмөхәмәтов 3-сө урынға сыҡтылар. Спорт мәктәбенән (тренеры Әхәт Рафиҡов) Максим Ишмөхәмәтов 3-сө урынға лайыҡ булды. 1-се һәм 2-се урын яулаусы батырҙарыбыҙ үҙҙәрен республика ярышында ла һынаясаҡтар.
Читайте нас: