Все новости
Спорт
15 Марта 2019, 14:49

Гер күтәреп арттыралар

Районыбыҙ данын күтәреүселәр күп, кемдер иген сәсә, кемдер ситән үрә, септә һуға, тигәндәй. Павловка яҡтары Көйөргәҙе данын гер күтәреп арттыра.

Районыбыҙ данын күтәреүселәр күп, кемдер иген сәсә, кемдер ситән үрә, септә һуға, тигәндәй. Павловка яҡтары Көйөргәҙе данын гер күтәреп арттыра. Был яҡшылыҡтары өсөн рәхмәт йөҙөнән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов егеттәрҙе Маҡтау грамоталары һәм аҡсалата бүләкләне. Әхәт Йәүҙәт улының үҙенә уларҙы шәхсән тапшырырға форсат теймәү сәбәпле, был күңелле миссияны Көйөргәҙе районы хакимиәтенең спорт, физкультура һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Василий Иванович Копылов менән Керәүле-Илюшкин ауыл биләмәһе башлығы Игорь Леонидович Ворошилов башҡарҙы. Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған егеттәребеҙ гер спорты буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһына ла керҙеләр, улар хәҙер районыбыҙ данын Олимпиадаларҙа ла яҡлаясаҡтар.
Читайте нас: