Все новости
Спорт
9 Апреля 2019, 12:22

Шишмәгә барасаҡбыҙ

Үткән шәмбе көндө Ермолаевола БР-ҙың XXVII ауыл спорт уйындары буйынса спартакиадаһының зона ярышы үтте.

Үткән шәмбе көндө Ермолаевола БР-ҙың XXVII ауыл спорт уйындары буйынса спартакиадаһының зона ярышы үтте. Унда Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Стәрлебаш, Федоровка, Миәкә һәм Көйөргәҙе райондары командалары мини футбол буйынса ярышты. Көсөргәнешле уйындан һуң финалға Көйөргәҙе һәм Федоровка райондары спортсылары сыҡты. Улар 12-14 апрелдә Шишмә районында үтәсәк БР XXVII ауыл спорт уйындары финалында көс һынашасаҡ.
Читайте нас: