Яҡташыбыҙ, Ҡунаҡбай ауылы егете, Фәдис Вәлитов Мәскәүҙә үткән грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә еңеүгә өлгәште: 63 килограмға тиклем ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында алтын миҙал яуланы.
Быйыл, көҙ көнө, Венгрияның баш ҡалаһы Будапештта был көрәш төрө буйынса донъя беренселегенә ярыш буласаҡ. Фәдис унда Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында илебеҙҙең, Башҡортостандың һәм, әлбиттә, Көйөргәҙенең данын яҡлаясаҡ.