Все новости
Спорт
14 Мая 2019, 12:24

Барыһын да уҙып киттек

Бөгөн Ермолаевола еңел атлетика буйынса республиканың зональ ярыштары үтте. Бар эштә беҙҙекеләр шәп, тип гел маҡтанабыҙ, йүгереү буйынса ла алдабыҙ — баҫтырһалар, береһе лә ҡыуып етә алмаясаҡ.

Бөгөн Ермолаевола еңел атлетика буйынса республиканың зональ ярыштары үтте. Бар эштә беҙҙекеләр шәп, тип гел маҡтанабыҙ, йүгереү буйынса ла алдабыҙ — баҫтырһалар, береһе лә ҡыуып етә алмаясаҡ.

«Мы бежим с тобой как будто от гепарда», - тип йырланған йырҙағыса, егет-ҡыҙҙарыбыҙ яман шәп йүгерҙе. Ҡунаҡҡа килгән Күгәрсен, Стәрлебаштарҙы, улар ҡунаҡ тип ҡарап тормай, уҙып киттек.

Ҡыҙҙар араһында:

1-се урын Матҡорбанова Карина (Көйөргәҙе районы);

2-се урын– Ртищева Софья (Көйөргәҙе районы);

3-сө урын – Әҙеһәмова Илүзә (Күгәрсен районы);

Егеттәрҙән:

1-се урын – Потапов Андрей (Көйөргәҙе районы);

2-се урын – Кәримов Артур (Көйөргәҙе районы);

3-сө урын – Кинйәбулатов Илнар (Стәрлебаш районы).

Дөйөм командалар буйынса:

1-се урын –Көйөргәҙе районы;

2-се урын – Күгәрсен районы;

3-сө урын – Стәрлебаш районы.

Тиҙҙән беҙҙекеләр, күгәрсендәр менән бергә Стәрлетамаҡта үтәсәк республиканың финал уйындарында ҡатнашасаҡ. Уңыштар һеҙгә, йүгеректәр!
Читайте нас: