Все новости
Спорт
14 Мая 2019, 12:23

Урын алып ҡайттылар

7-8 майҙа Әбйәлил районы Асҡар ауылында мәғариф министрлығы йүнәлеше буйынса Көньяҡ Урал көрәш мәктәбенә нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Йосопов иҫтәлегенә арналып, 2002-2005 йылғы уҡыусылар араһында көрәш буйынса БР беренселеге үтте.

7-8 майҙа Әбйәлил районы Асҡар ауылында мәғариф министрлығы йүнәлеше буйынса Көньяҡ Урал көрәш мәктәбенә нигеҙ һалыусы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Йосопов иҫтәлегенә арналып, 2002-2005 йылғы уҡыусылар араһында көрәш буйынса БР беренселеге үтте. Бәйгелә республикабыҙҙың 13 ҡала һәм райондары көрәшселәре менән бер рәттән ҡалабыҙҙың 3-сө БРГИ, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе батырҙары ла көс һынашты. Тренерҙары Әсхәт Шарипов һәм Әхәт Рафиҡов булған егеттәребеҙ призлы урындар яулап ҡайтты. Йәмил Әбдрәхимов менән Алмаз Кирәев 1-се урынға сыҡһалар, 2-се урынды Ғәле Турушев алды. Айбулат Әбдрәхимов, Рөстәм Сәлихов, Иҙел Ирғәлин, Айназ Бәширов һәм Айсыуаҡ Бикмөхәмәтовтар 3-сө урынға сыҡтылар.
Читайте нас: