Все новости
Спорт
30 Августа 2019, 11:44

Үҙе бер мәртәбә

24 августа Өфөнөң «Динамо» стадионында VI Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһын асыу тантанаһы үтте. Илдең 76 төбәге һәм ете яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 700 спортсы йыйылған сарала Ермолаевонан Дмитрий Балянов, Шәбағыштан Булат Урманбәтов һәм Таймаҫтан Илдар Исҡужин менән Юнир Тунасов ҡатнашты. Пенсионер тигәс тә, Булат Урманбәтов ағайыбыҙ ғына хаҡлы ялда, ә ҡалғандары типһә тимер өҙөрҙәй ир әле. Нимә тип улар пенсионерҙар араһында ҡатнашып йөрөгәндәрен Юнир Тунасовтан белештек.

- Барырға тигәс, барҙыҡ, унда барып ҡайтыу үҙе бер мәртәбәлер, тип уйлайым. Барыбер ҡасандыр хаҡлы ялға сығасаҡбыҙ бит. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй спорт министры урынбаҫары Марина Томилова, Рәсәй пенсионерҙары союзы рәйесе Валерий Рязанский һәм башҡалар сәләмләне. Уларҙың ҡыҙыҡлы сығыштарын тыңланыҡ. Үҙ сығыштарында Башҡортостан – Рәсәйҙең иң спортсы төбәге булыуы, бында спортты яратыусылар йәшәүен һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Спортсы пенсионерҙарыбыҙ ете спорт төрө – өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, эстафета, атыш, шахмат һәм дартс буйынса көс һынаштылар. Шулай уҡ байрам концерты һәм салют та булды, - ти Юнир Тунасов.
Читайте нас: