Все новости
Спорт
24 Сентября 2019, 13:07

“Башҡорт” ҡушаматлы баһадир

Илфат Әмиров ҡатнаш алыш төрҙәре һәм панкратион буйынса спорт мастеры, Рәсәй һәм Халыҡ-ара турнирҙар чемпионы, грепплинг, комплекслы яңғыҙ көрәш буйынса ил һәм халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Ҙур бидәлелек яулай барған күренекле спортсы Күмертау егете. Илфат Әмиров менән әңгәмә ҡорорға күптән инде планлаштырғайныҡ, тик быға тиклем мөмкинлек булманы, интернет селтәре аша булһа ла, беҙ батырыбыҙ менән бәйләнешкә кереп әңгәмә ҡороуға ирештек.

- Илфат, ваҡытың тар булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапҡаның өсөн рәхмәт. Бер һөйләшкәндә һин, мине Күмертауҙа онотҡандар, тигәйнең. Шуға үҙең тураһында аҙыраҡ һөйләп үт әле.

- Эйе, ниңәлер мине тыуған ҡаламда белмәйҙәрҙер, тип уйлайым. Күмертауҙа тыуып үҫтем, 3-сө БРГИ-ла уҡыным. 12 йәштән дзюдо буйынса шөғөлләнә башланым. 9-сы класты тамамлғас, Ишембайҙағы кадет корпусында уҡыным, унда мин ҡул һуғышы менән шөғөлләндем. Аҙаҡ Мәскәүгә юлландым, юғары уҡыу йортонда юридик белем алғанда ла спортты ташламаным, 2007 йылда ҡатнаш һуғыш төрҙәре сәнғәтенә күстем. Шунан бирле тыуған ҡалама бик һирәк ҡайтырға тура килә.

- Ысын ир-егеттәргә хас булған спорт төрөн бала саҡтан үҙ иткәнһең, ә тәүге еңеүең нисә йәштә һәм ҡайҙа булды?

- Күмертауҙа дзюдо буйынса ярышта ҡатнашып, өсөнсө урын алыуым тәүге еңеүем булды. Ул саҡта миңә 12 йәш кенә булһа ла, шул тиклем ҡанатланыуым әле лә иҫемдә. Ә инде ил кимәлендәге тәүге еңеүем 2008 йылда панкратион (боронғо олимпия көрәше төрө) буйынса Бөтә Рәсәй турнирында булды. Һәр саҡ еңеү генә түгел еңелеүҙәр ҙә була. Шул саҡта күңелде төшөрөп туҡтап ҡалырға ярамай, ә, киреһенсә, сәмләнер кәрәк. Ярыштарҙа иң мөһиме түҙемлек кәрәк.

- Ярыш ваҡытында ниндәй тойғолар кисерергә тура килә, тулҡынланыу ҙа барҙыр. Шул ваҡытта нисек майҙанға сығып көс һынашмаҡ кәрәк, нисек юғалып ҡалмаҫҡа?

- Көрәш ваҡытында иғтибарлыҡ кәрәк, тиҙ генә уйлай белеү мөһим. Көс кенә түгел, хәйләкәрлек тә, таһыллыҡ та, хатта бер аҙ ҡанһыҙлыҡ та талап ителә, әммә икеләнеү булырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта ҡағиҙәләрҙе лә тотоу мотлаҡ.

- Һин йыш ҡына еңеү ваҡытында милли ҡамсат бүркебеҙҙе лә кейеп алаһың, хатта”Башҡорт” тигән ҡушаматың да бар.

- Эйе, мин бит Рәсәйҙә үткән алыштарҙа республикам исеменән сығам, ә инде сит илдәрҙә Рәсәй иле һуғышсыһы булараҡ көс һынашам. Унда милли бүркебеҙ башҡорт икәнемде әллә ҡайҙан аңлатып тора. Ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең башҡорт булыуҙарын әйтергә оялып та йөрөйҙәр, ә күптәр, киреһенсә, минең“Башҡорт” ҡушаматым менән ғорурланалар, ундайҙар көйәрмәндәрем араһында ла бар. Милләтемде донъя кимәлендә күрһәтә алыуыма мин үҙем дә шатланам. Хәҙер күп рәсәйҙәр ҙә минең “Башҡорт” ҡушаматым менән ғорурлана.

- Тыуған ҡалаңдағы һинең өсөн янып көйөп торған, республикаңдағы көйәрмәндәреңә лә әйтер һүҙҙәрең барҙыр.

- Эйе, интернет селтәрҙәрендә лә үҙ теләктәрен яҙыусылар күп. Уларҙың барыһы ла миңә оло ышаныс, еңеүгә ҙур этәргес булған көс бирә. Милләттәштәремдең, көйәрмәндәремдең ышанысын үҙем дә һәр саҡ аҡларға тырышам. Миңә ышанғандары, көс-ҡеүәт биргәндәре өсөн көйәрмәндәремә оло рәхмәтлемен.

- Илфат, әлеге ваҡытта хәлдәрең нисек, шөғөлләнгән командаң тураһында ла әйтеп китһәң?

- Ике йыл элек егеттәр менән бергә Мәскәүҙә көрәш клубы асҡайныҡ, шуны етәкләйбеҙ. Башҡа клубтар, мәктәптәр менән дә йыш осрашабыҙ.

- Башҡортостан менән бәйләнеш тотаһыңмы?

- Республикам менән бәйләнеште өҙгәнем юҡ. Бигерәк тә Өфөләге “Тархан” клубы егеттәре менән тығыҙ бәйләнештәмен. Ҡайтҡан саҡта мастер кластар үткәрәм, төрлө осрашыуҙарға, йыйындарға ла йыш ҡына саҡырыу ҡағыҙҙары ебәрәләр.

- Киләсәктә Башҡортостанға ҡайтырға теләгең юҡмы?

- Тыуған ерең һәр ваҡыт үҙенә тарта, был сер түгел. Әгәр ҙә киләсәктә эшемә бәйле яҡшы тәҡдим килеп сыҡһа, һис шикһеҙ ҡайтасаҡмын.

- Киләсәктә һинең кеүек юғары бейеклектәр яуларға теләгән, чемпион булырға хыялланған, әммә яңы ғына спорт менән шөғөлләнә башлаған егеттәргә ниндәй кәңәштәр әйтер инең?

- Спорт менән шөғөлләнә башлағандарға афарин, тип әйтәм. Башланғыстарында бирешмәҫкә, ниндәй генә һөҙөмтәләр булһа ла алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйем. Тик бының өсөн теләк кенә етмәй, ныҡышмалылыҡ та, талапсанлыҡ та, сәм дә, ете

ҡат тире һыҙырылып төшкәнсе үҙ өҫтөңдә эшләргә лә кәрәк.

- Илфат, әңгәмәң өсөн рәхмәт. Һиңә киләсәктә лә республикабыҙҙың, милләтебеҙҙең ғорурлығы булып ҡалырға һәм яңынан-яңы үрҙәр яулауыңды теләйбеҙ.

Айгөл ХАЛИҠОВА әңгәмәләште
Читайте нас: