Все новости
Спорт
25 Октября 2019, 11:44

Батырҙарыбыҙ бил бирмәне

Күптән түгел Салауат районында үткән көрәш бәйгеһендә Күмертау батырҙары ла көс һынашты. Унда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 19 команда ҡатнашты. Ҡалабыҙҙың 3-сө БРГИ егеттәренән торған команда 2-се урынға сыҡты. Егеттәребеҙ шәхси ярышта ла һынатманы, улар тренерҙары Әсхәт Шәрипов менән бергә призлы урындар яулап ҡайтты. Йәмил Әбдрәхимов менән Алмаз Кирәев 1-се урынға лайыҡ булһа, Ғәли Торошев, Айнур Аҡбулатов, Рәсүл Хоҙайғолов 2-се урынға, ә Рөстәм Сәлихов 3-сө һәм Айбулат Әбдрәхимов, Иҙел Ирғәлин, Айсыуаҡ Бикмөхәмәтовтар 4-се урынға сыҡты. Батырҙарыбыҙға афарин, артабан да тормоштары еңеүҙәрҙән генә торһон.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: