Все новости
Спорт
25 Октября 2019, 12:21

Игеҙәктәр һынатмай

Күптән түгел Өфөлә үткән кикбоксинг буйынса Башҡортостан Республикаһы Чемпионаты һәм Беренселегендә Күмертау ҡалаһы егеттәре - Айбулат менән Шайморат Багишаевтар ҙа ҡатнашты.
Игеҙәктәргә 14 йәш. Үҫмерҙәр бәләкәй саҡтан уҡ кикбоксинг менән шөғөлләнәләр. Уларҙың ошо йылдар эсендә яулаған еңеүҙәре, миҙалдары бик күп. Егеттәр көн дә Ермолаевоға йөрөп, «Пересвет» спорт-патриотик клубында тренерҙары Иван Логачев менән күнекмәләр яһайҙар.
Өфөлә үткән ярышта Шайморат 2-се урынға сыға һәм көмөш миҙалға лайыҡ була, ә Айбулат 3-сө урын яулап, ике бронза миҙал алып ҡайта. Быға тиклем дә Айбулат әллә күпме еңеүҙәр яулап өлгөрә. Анапала үткән Донъя Кубогынан 2-се урын, Ҡырғыҙстандан Халыҡтар Дуҫлығы кубогын алып ҡайта. Шулай уҡ йәй көнө үткән Чемпионатта алтын миҙал яулап, Үҙәк Азияның абсолют чемпионы титулына лайыҡ була ул.
Үҫмер егеттәр үҙҙәре лә тырыштар, тренерҙары Иван Логачев та күп көс һала, уларҙың аталары Марат Багишаев та улдарының спорт менән шөғөлләнеүен хуплап ҡына тора һәм үҙенең ҙур ярҙамын күрһәтә.
Розалия ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: