Все новости
Спорт
29 Октября 2019, 12:13

Берһенә лә бирмәне

Ауылда яратып уйнаған спорт уйындары нимә? Кемдер футбол тиер, икенсеһе сәкән һуғыу тип әйтеүе лә ихтимал, бильярд тип тә ебәрерҙер, бәғзеһе хатта кәрт һуғыу тип тә әйтер. Ауыл уйындарының иң ҡыҙыҡтарының береһе - шашка. Һәр эштә шәп булған кеүек, шашка уйнауҙа ла беҙ шәптәр.
25- 27 октябрь көндәрендә район гросмейстрҙары Т. Танһыҡҡужинаның тыуған ере Ишембайҙа шашка буйынса көс һынашты. Ауыл спорт уйындарының 27-се финал уйындары ине был. Көйөргәҙе шашкаласылары дөйөм командалар араһынан икенсе урынды алды. Ә Үрге Бабалар ауылы егете Рәмил Батыршин, оҙаҡ көрәшкәндән һуң, ирҙәр араһында беренсе урынды береһенә лә бирмәне.
М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: