Күмертау егеттәре булған бер туған Айбулат менән Шайморат Багишаевтар тураһында йыш яҙабыҙ. Бына уларҙың сираттағы еңеүҙәре. Ишембай ҡалаһында үткән кикбоксинг (“фулл-контакт”) буйынса Башҡортостан Республикаһы Чемпионаты һәм Беренселегендә ҡатнашып финалға сыҡҡтылар. Финалда ике бер туған үҙ-ара көс һынашып, Шайморат алтын, ә Айбулат көмөш миҙал яуланы.