Все новости
Спорт
8 Ноября 2019, 15:00

Тырышырға һәм бирешмәҫкә!

Яҡташыбыҙ, Ҡунаҡбай егете, Фәдис Вәлитовтың спорт буйынса уңыштары хаҡында даими рәүештә яҙып торабыҙ. Уның тиҙҙән Рәсәй командаһында Венгрияға грек-рим көрәше буйынса Донъя беренселегенә барасағы хаҡында ла яҙғайныҡ.
Ошо көндәрҙә бик яҡшы яңылыҡ алдыҡ. Будапешт ҡалаһында Фәдис Вәлитов 63 килограмға тиклем ауырлыҡтағы һәм 23 йәшкә тиклемге көрәшселәр араһында бронза миҙал яуланы. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров интернет селтәрендә ғорурланып: «Беҙҙең өсөн был мөһим еңеү. Белеүегеҙсә, 2021 йылда үҫмерҙәр араһындағы спорт көрәше буйынса Донъя Чемпионаты беҙҙең республикала уҙасаҡ. Беҙ быға ысынлап та лайыҡлы икәнде раҫлай башланыҡ та инде», - тип яҙа.
5 ноябрҙә спортсыларҙы Өфөлә ҡаршы алдылар һәм уларҙы тренерҙары менән бергә Республика Хөкүмәтендә бүләкләнеләр. БР-ҙың Премьер-министры урынбаҫары — БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Борис Беляев та: «Башҡортостан лидерҙар рәтендә. Ислам Опиев - алтын, Фәдис Вәлитов бронза алып ҡайтты. Был егеттәр тарихҡа инде! Ошоға тиклем 23 йәшкә тиклемге спортсылар араһында беҙҙең көрәшселәр миҙал яулағаны булманы. БР-ҙың спорт көрәше федерацияһы исеменән һәм шәхсән үҙем спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын ҡотлайым, - тине.
Интернет селтәрҙәре аша Фәдистең үҙенә сығып, уның хәлдәрен, тәьҫораттарын белештек. Үҙенең үтә тығыҙ графигына ҡарамаҫтан, яҙып ултырырға ваҡыты булмаһа ла, әйтер һүҙҙәрен үҙ тауышы менән яҙҙырып ебәргән ул:
- Ҡотлауҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, яҡташтарым. Ғинуарҙа Рәсәй чемпионаты буласаҡ, шунда барырға планлаштырабыҙ. Мин 9 йәштә Күмертау ҡалаһында 3-сө БРГИ-ла көрәш менән шөғөлләнә башлағайным. Һуңынан 12 йәштә РПЛИ-ға күстем һәм унда грек-рим көрәше буйынса түңәрәккә йөрөнөм. Һәр саҡ еңеүҙәргә дәртләндерееп, терәк булып торған ата-әсәйемә, яҡындарыма, туғандарыма рәхмәтлемен. Шулай уҡ иң тәүге тренерым Кәрим Ғәйнетдин улы Ғөбәйҙуллинға һәм әлеге тренерым Борис Андреевич Понятовҡа оло рәхмәт әйткем килә. Йәштәрҙең спортҡа ылығыуҙарын теләйем. Еңеү еңел генә бирелмәй, уның өсөн бик ныҡ тырышырға һәм тырышырға, һәм бер ҡасан да бирешмәҫкә кәрәк.
Розалия НАЗАРОВА
Читайте нас: