Ноябрь башында Өфө ҡалаһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 75 йыллығына,республикабыҙҙың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың иҫтәлегенә арнап милли көрәш буйынса асыҡ турнир үтте. Ярышта республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм райондарынан килгән 20 командала 133 бәйгесе ҡатнашты. Улар араһында районыбыҙ көрәшселәре лә һынатманы. Илнар Батыршин 50 кг ауырлыҡта 1-се урынды яуланы. Тренеры Самат Туйгилдинға рәхмәт, ти егет. Афарин, артабан да районыбыҙ спортсылары менән ғорурланырға яҙһын.