Все новости
Спорт
15 Ноября 2019, 12:13

«Спортсы тәрбиәләүе еңел түгел»

Айбулат менән Шайморат Багишаевтарҙың еңеүҙәре хаҡында «Юшатыр» гәзите даими рәүештә яҙып бара. Ошо көндәрҙә улар Стәрлетамаҡҡа барып, тағы еңеү яулап ҡайттылар. Кикбоксинг буйынса 100-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан ярышта Шайморат менән Айбулат та, шулай уҡ уларҙың дуҫтары Эдуард Искәндәров та үҙ ауырлыҡтары категорияһында 1-се урындарҙы яулағандар.
Айбулат менән Шайморатты аталары Марат Багишаев төрлө ярыштарға йөрөтөргә тырыша. Уның өсөн бик күп финанс кәрәк булыуы көн кеүек асыҡ. «Спортсы тәрбиәләүе еңел түгел, бик ауырға төшә. 6 йыл эсендә 2 фатир алырлыҡ аҡса түккәнмендер инде. Ҡаҙағстандан һәм башҡа яҡтарҙан килгән спортсылар һәм тренерҙар менән аралашып торабыҙ. Унда спортсыларға ҙур ярҙам күрһәтәләр. Ярыштарға барыу өсөн һәр спортсыға 100-әр мең һум аҡса бүләләр. Ҡыҙғанысҡа, беҙҙә ундай нәмә юҡ. Берәй ярышҡа барам тиһәң, ҡайҙан аҡса табайым икән, тип аптырай башлайһың. Спорт өсөн кәрәкле иң осһоҙ экипировка алыу өсөн ике балаға 50 мең һум тирәһе аҡса талап ителә. Гел генә кемдәндер аҡса һорап, инәлеп йөрөп тә булмай. «Южурал-Ойл» йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Исхаҡовҡа рәхмәтлебеҙ, барһаң, күпме булдыра ала, шулай ярҙам итеп тора. Ҡалала спортсыларға иғтибар көслөрәк булһын ине лә бит», - тигән аһ-зарҙарын һәм теләктәрен белдерә игеҙәктәрҙең аталары Марат Багишаев.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: