Все новости
Спорт
19 Ноября 2019, 12:37

Барыбер беҙҙекеләр

Өфөлә ике көн дауамында көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры булды. Был ярыш данлыҡлы генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналды. Республика Башлығы Радий Хәбиров та асыу тантанаһында булды, ил күләмендәге ярышта Рәсәйҙең 12 регионынан һәм Ҡаҙағстандан 253 баһадир ҡатнашты. Һөҙөмтәне ҡарайбыҙ: 100 кг ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урын Илнур Туйгилдин, Ишембай ҡалаһы, 75 кг ауырлыҡ категорияһында Илфат Кинйәғолов, Өфө ҡалаһы, тип яҙылған. Атаҡ, улар икеһе лә Көйөргәҙе егеттәре лә баһа, тип ғәжәпләндек, Илнур Яҡуп, Илфат Көйөргәҙе ауылынан. Аптырағас, Илнурға шылтыраттыҡ: ниңә һин Ишембай, ә Көйөргәҙе түгел?
- Мин Ишембайҙа эшләйем һәм шунда шөғөлләнәм, ә Илфат Өфөлә 1-се БРГИ-ла шөғөлләнә. Мине Ишембай ҡалаһы ярыштарға ебәрә, спонсор ярҙамы ла шунан, шулай булғас, билдәле, мин Ишембай, ә ул башҡала исеменән сығыш яһай.
Ҡайһылай булһа ла, был егеттәр беҙҙекеләр, беҙҙең ерҙе тапап, беҙҙең һыуҙарҙы эсеп үҫкән малайҙар. Егеттәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ. Шулай ҙа, ниңәлер, саҡ ҡына моңһоу булып киттесе.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: