Все новости
Спорт
26 Ноября 2019, 11:02

НИМӘ АШАТАЛАР ИКӘН?

«КЭС-Баскет» тип исемләнгән баскетбол буйынса ярыштар йыл да булып тора. Ярыш булып тора, ә беҙ ғәжәпләнеп торабыҙ. Былтыр ҙа яҙҙыҡ, йәнә ҡабатлайбыҙ: Яңы Таймаҫ гимназияһы балаларына мәктәптә нимә ашаталар икән? Р. Хәбиров барлыҡ мәктәптәрҙә бер төрлө рацион булырға тейеш тине, Таймаҫта башҡа төрлөрәк меню менән туҡландыралар әллә. Баскетболда гел тәүге урындарҙы алалар бит, шуға шулай әйтәбеҙ. Әллә ауыл һауаһы башҡа төрлөрәкме бында? Майкл Джордандар ғына үҫеп сыҡһын тип әллә тренерҙары шулай ныҡ тырышамы. Ҡыҫҡаһы, кисәге ярышта егеттәр араһында Яңы Таймаҫ гимназияһы беренсе урынды алған (икенселә - Яңы Мораптал, өсөнсөлә- Ермолаевоның беренсе мәктәбе), ҡыҙҙар араһында улар - икенсе (беренсе урында Ермолаево беренсе мәктәбе, өсөнсөлә - Абдул).

Беренсе урынды яулаған Таймаҫ егеттәре 6 декабрҙә республиканың Зона ярыштарына барасаҡ. Уңыштар һеҙгә, бәлки, кемегеҙҙелер ҡасандыр НБА-ла уйнап йөрөгәнегеҙҙе лә күрергә яҙыр.

Венер ӘЛМӨХӘМӘТОВ, Күмертау:

- Тунасов Юнир булмаһа Таймаҫта, баскетбол да булмаҫ ине. Был ҡаҙаныштар өсөн уға рәхмәт әйтергә кәрәк!
Читайте нас: