Все новости
Спорт
9 Декабря 2019, 19:05

Матур бүләк

7-8 декабрҙә, Мәләүез ҡалаһында, гер спорты буйынса БР беренселеге үтте.

7-8 декабрҙә, Мәләүез ҡалаһында, гер спорты буйынса БР беренселеге үтте. Унда районыбыҙҙың Керәүле-Илюшкин һәм Павловка уҡыусылары шөғөлләнгән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Көсөргәнешле ярышта Юрий Николаев менән Николай Фролов тренерҙары булған дөйөм командабыҙ 1-се урынды яуланылар. Уларҙың еңеүҙәре, районыбыҙ халҡы өсөн, Яңы йылға матур бүләк булды. Ете спортсыбыҙ республикабыҙ исеменән Бөтә Рәсәй – 2020 турнирында ла ҡатнашасаҡ. Афарин, егеттәр! Артабан да һеҙҙең өсөн районыбыҙ ғорурланып ҡына йәшәһен.
А. ХАЛИҠОВА
Читайте нас: