Все новости
Спорт
17 Декабря 2019, 11:30

Бил бирмәҫ батырҙар

13 декабрҙә Мәләүез ҡалаһында милли көрәш буйынса республика асыҡ турниры үтте.

13 декабрҙә Мәләүез ҡалаһында милли көрәш буйынса республика асыҡ турниры үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан барлығы 117 баһадир көс һынашты. Беҙҙең районда ла алпамыштар күп, көс һынарға тип Ермолаеволағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт, Яңы Мораптал, Яҡуп һәм Яҡшымбәт ауылдары мәктәптәренән батырҙар ҡатнашты.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса үҙ ауырлыҡ категорияларында 1-се урынды Иван Пикалов, 3-сө урынды Сергей Еликенов, Константин Букаткин, Илнар Батыршин, Йәмил Искәндәров һәм Фәнзил Юмадилов алды. Еңеүселәр Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Көрәштә еңеп ҡайтҡан батырҙарыбыҙ тренерҙары Рөстәм Кәлимуллинға, Румил Ғайсинға, Илшат Юлбаевҡа һәм Самат Туйгилдинға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Читайте нас: