Күптән түгел генә киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһанылар: оҙайлы Яңы йыл каникулдарын илдә йәшәгән һәр бишенсе кеше күрә алмай. Ниңә былай? Оҙон ялдарҙа кеше үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй икән — ашай ҙа ята, ашай ҙа ята. Берәй ергә ял итергә ниңә бармай — аҡсаһы юҡ. Булған барлы-юҡлы эш хаҡын байрам өҫтәленә һәм бүләктәргә тотоноп бөттө, артабанғы эш хаҡына тиклем нимә эшләр — баш етмәй.
Яҡупта йәшәгәндәр өсөн был проблема проблема түгел, улар һыуытҡыс яғын ғына ҡарауыллап үткәрмәй ялдарын — мәктәп спортзалына ашыға. Бында бик күңелле ғаилә уйындары үткән.
Альбина ИСКӘНДӘРОВА, Яҡуп ауылы:
- Яҡуптарға быйыл күҙ теймәһен. Яңы йыл байрамын үткәреү тураһында әллә күпме һорау бирҙеләр, гәзит аша ла, былай ҙа. Бик күңелле үтте байрамыбыҙ! Рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ Нурзилә Миңлеәхмәт ҡыҙына, Дилара Ҡорбанғәли ҡыҙына, Румил Әмир улына. Шулай уҡ иң ҙур рәхмәттәребеҙ Сынбулатов Юнир Ирек улына! Ул Яңы йыл байрамын һәм «Ғаилә менән яңы йыл уйындары- 2020» үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәтте! Яҡуп ауылы студенттары ла тик ултырмай, улар Румил Әмир улы етәкселегендә ойошторолған спорт уйындары менән шөғөлләнеп каникулдарын уҙғаралар. Беҙ, ауыл депутаттары ла, оҙайлы ял көндәрендә, ололарға йөрөп хәлдәрен белешеп торабыҙ. Шулай матур ғына башланып тора йылыбыҙ, ауылдаштар менән бергә, берҙәм булып йәшәргә, эшләргә яҙһын Алла бирһә!!!
Азат ХӘЛИЛОВ, Күмертау ҡалаһы:
- Афарин, ауылдаштар! Яңы депутатыбыҙға ла ҙур рәхмәт. Хәрәкәтсән, алдынғы ҡарашлы, асыҡ(позитив). Артабан да шулай дауам итеүен теләйбеҙ!