8 ғинуарҙа «Сокол» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Яңы йылы ғаилә уйындары — 2020» Республика фестиваленең муниципаль этабы уҙҙы. Бында район мәктәптәрендә үткән этапта еңеүсе 9 команда ҡатнашты.
Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, район буйынса 1-се урынды Яңы Таймаҫ ауылынан Араптановтар ғаиләһе яуланы. 2-се урынға Абдул ауылынан Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе, 3-сө урынға Яҡшымбәт ауылынан Абдуллиндар ғаиләһе сыҡты.
Еңеүселәрҙе район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ибраһимова, йәштәр эше буйынса баш белгес Татьяна Шорскина һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәктәге бүлеге вәкиле Зифа Исмәғилова ҡотланы.
Еңеүселәр — Араптановтар ғаиләһе командаһы 18 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында Көйөргәҙе районы исеменән сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар һәм республика кимәлендә лә еңеү яулауҙарын теләйбеҙ.
Рузилә АРАПТАНОВА, Яңы Таймаҫ ауылы:
- Тәүҙә мәктәптә үткән ярышта 4 ғаилә араһында беренселекте яуланыҡ һәм бына районда ла еңеп сыҡтыҡ. Ярыш беҙҙең өсөн әллә ни ҡыйын булманы, алдан да әҙерлек эштәре алып барғайныҡ. Элек оло балалар менән дә гел генә ошондай төрлө ярыштарҙа ҡатнаша торғайныҡ. Хәҙер 1-се класта уҡыған Динислам улыбыҙ менән дә ошондай конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ. Ғаиләбеҙ менән спорт яратабыҙ. Был ярыш беҙгә бик оҡшаны. 18 ғинуарҙа Өфөгә барып, Көйөргәҙе районы данын яҡлаясаҡбыҙ. Унда ла уңышлы ғына сығыш яһарға яҙһын инде.