Все новости
Спорт
15 Января 2020, 12:05

Ауыл тренерына - 600 мең

Ауыл врачы, ауыл эшсеһе, ауыл уҡытыусыһы... Кешене ауылда тотоу өсөн ниндәй генә программа уйлап тапмайҙар, күп итеп аҡса бирәләр. Сират ауыл тренерҙарына ла етте...

Ауыл врачы, ауыл эшсеһе, ауыл уҡытыусыһы... Кешене ауылда тотоу өсөн ниндәй генә программа уйлап тапмайҙар, күп итеп аҡса бирәләр. Сират ауыл тренерҙарына ла етте - уларға хәҙер 600 мең бирәсәктәр.
Йыл һайын Башҡортостандың 100 ауыл тренерына торлаҡ һатып алыу, төҙөү йәки ер участкаһы алыу өсөн 600 мең һум тапшырыла.
Шишәмбе Башҡортостан хөкүмәте президиумы ултырышында республика биләмәһендә урынлашҡан ауылдарҙа, эшсе ҡасабаларҙа, ҡала тибындағы ҡасабаларҙа һәм 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге программаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан тренерҙарға бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү тәртибе раҫланды.
«Ауыл тренеры» программаһы буйынса һәр йылғы финанслау күләме 60 миллион һум тәшкил итә, — тип хәбәр итте йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов. — Был документты беҙ Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән әҙерләнек. Хәҙер ул беҙҙең проектты нигеҙ итеп алып, федераль кимәлдәге ошондай документ әҙерләй башлай. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә тап ауыл тренеры буйынса бындай тәжрибә юҡ. Беҙ беренсе киләбеҙ».
Руслан Хәбибов әйтеүенсә, тренер «район хакимиәте менән ошондай бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында килешеү төҙөгәндән һуң 5 йыл буйына» үҙенең бурыстарын башҡарырға бурыслы.
Башҡортостан Спорт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, хәҙер ауылда эшләү өсөн 131 тренер кәрәк.
«Ауылда спортҡа булышлыҡ итеү – мөһим бурыс. Эштә беҙҙең төп йүнәлештәрҙең береһе тап ауыл биләмәләрен үҫтереү менән бәйле. Минеңсә, был дөрөҫ программа, уны дауам итергә һәм ауылдарға квалификациялы кадрҙар йәлеп итергә кәрәк», — тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров.
Фотола: Йылайыр районы Матрай ауылындағы спортзалға тренерҙан бигерәк ремонт кәрәк.
Читайте нас: