Все новости
Спорт
21 Января 2020, 11:25

Көрәшселәр ярышты

18 ғинуарҙа Ермолаевоның 2-се мәктәбендә милли көрәш буйынса 2005 йылда һәм унан һуң тыуған ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ярыш уҙҙы.

18 ғинуарҙа Ермолаевоның 2-се мәктәбендә милли көрәш буйынса 2005 йылда һәм унан һуң тыуған ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған ярыш уҙҙы. Был турнирҙа Ермолаево, Илкәнәй, Яҡуп, Яҡшымбәт, Яңы Мораптал һәм Күмертауҙан 100-гә яҡын көрәшсе ҡатнашты. Был ярыш һөҙөмтәләре буйынса 5 февралдә Стәрлебашта үтәсәк республика буйынса үтәсәк мәктәп уҡыусыларының 22-се Спартакиадаһына һайлап алыу уҙғарылды.
Еңеүселәрҙең барыһы ла Почет грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Мораптал ауылы халҡы:
- Был ярышта Мораптал көрәшселәре лә һынатманы. Рамир Шәмсүтдинов, Даниэль Хисиков, Рәмзил Юмадилов, Илнар Ғүмәров, Динар Фигаутдинов, Айнур Мөлөков, Фидан Ғүмәров, Динар Ғүмәров егеттәребеҙ ҙә призлы урындар яуланы. Афарин, егеттәр!
Альбина ИСКӘНДӘРОВА, Яҡуп ауылы:
- Яҡуп мәктәбе уҡыусылары, нисәмә йылдар буйы район, Республика кимәлендә үткәрелгән көрәштәрҙә бер кемгә лә бил бирмәй. Әле лә, көрәш буйынса район беренселегендә, Яҡуп егеттәре чемпион исемен алған, бер генә түгел, өсәү улар! Вәт шәп яңылыҡ булды! Көн дә шөғөлләнә бит улар, тренерҙары Самат Усман улы Туйгилдин менән. Уның кәңәштәрен тыңлап үҫкән егеттәр, нисек инде чемпион булмай?! Алик Гвоздик, Малик Йәмилов, Йәмил Искәндәров атлы егеттәр, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: