Все новости
Спорт
21 Января 2020, 11:15

Һәр ваҡыттағыса

18-19 ғинуарҙа Күмертауҙа саңғы ярышы буйынса асыҡ турнир уҙҙы.

18-19 ғинуарҙа Күмертауҙа саңғы ярышы буйынса асыҡ турнир уҙҙы. Унда тренер-уҡытыусы Марат Булат улы Сәлиҡбаев етәкселегендә Көйөргәҙе районы командаһы ла ҡатнашты. Беҙҙең саңғысылар һәр ваҡыттағыса уңышлы сығыш яһаны.
Карина Матҡорбанова классик стиль менән 5 км дистанцияны 20 минут та 26 секундта үтеп, 1-се урын яулауға иреште. Камилла Аҡсурина ошо уҡ төркөмдә 3-сө урын яуланы. Ярыштың икенсе көнөндә лә Көйөргәҙе спортсылары һынатманы. Камилла Аҡсурина менән Рафаэль Аҡсурин ирекле стиль менән 5 км дистанцияла 3-сө урынға сыҡты.
Районыбыҙ саңғысыларына артабан да уңыштар ғына юлдаш булһын!

Читайте нас: