Все новости
Спорт
7 Февраля 2020, 11:57

Саматҡа бирһендәр

Кем була ала һуң ауыл тренеры?

Кем була ала һуң ауыл тренеры? Бына 1950 йылдарҙа, бар һөнәрҙе лә яҡшы белгән, атаҡлы көрәшсе Абделғәзиз Түләков яҙғы сәсеү бөтөү менән малайҙарҙы ла ололарҙы ла тау башына йыйып көрәш серҙәренә төшөндөрә ине. Атыу серҙәренә бәләкәй колибрлы винтовканан Искәндәр Мурзаков өйрәтте. Унан Мораптал совхозында ла штат буйынса Әйүпов фамилиялы бер кеше булды. Уға йыл һайын винтовканан атыу буйынса зачет бирә инек. Ауылда 7-8 винтовка, өй беренсә мылтыҡ була торғайны. Көҙ етеп ағастар япраҡтарын ҡоя башлаһа 20-30 кеше һунарға сыға инек. Һәр беребеҙҙә мылтыҡ, Кузмин урмандарына барып 35-40 км йөрөп ҡайта торғайныҡ. Хәҙер ауылда винтовка ла юҡ, һунарға йөрөү ҙә онотолдо. Әлеге көндә Яҡуп ауылы уҡыусылары төрлө ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулайҙар. Уларҙың тренерҙары Самат Усман улы Туйгилдин. Ул уҡытыусы ғына түгел, ә оҫта көрәшсе лә, өҙҙөрөп гармунда уйнап, матур итеп йырлаусы ла. Ярыштарға балаларҙы үҙенең шәхси машинаһында йөрөтә. Уларҙың һәр саҡ призлы урындар яулауҙары Самат Усман улының тырышлығы һәм хеҙмәт һөйөүенән килеп сыға. Уҡыусыларҙың да һәм үҙенең дә бик күп Маҡтау грамоталары бар. Әгәр ҙә ауыл тренеры кем булһын тиһәләр, һис шикһеҙ уға бирер инем. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ уңыштар ирешһендәр ине.
Изге теләктәр менән
Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы
Читайте нас: