Все новости
Спорт
10 Февраля 2020, 17:44

Яулыҡ ябынайыҡ, туп һуғайыҡ

Бер-беребеҙҙең битенә һуҡмайыҡ

Яңыраҡ телевизорҙан РФ Сит ил эштәре буйынса министрлыҡтың нисек итеп башҡа илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуға әҙерлеген күрһәттеләр. Яңылыҡтарҙан С. Лавровтың кем менәндер осрашҡанын көн дә күрәбеҙ, был тышҡы йөҙө генә икән, сит ил вәкиле менән фотоға төшкәнсе, ҡул ҡыҫышҡансы әллә күпме әҙерлек эштәре була икән: ултырған өҫтәлдәрендә бер генә сүп ятып ҡуймаһын, атлап үтер балаҫ ҡайһылыр ерендә бөтәрләнеп тормаһын (кемдер эләгеп йығылып ятһа, булды һиңә матур һөйләшеү, халыҡ-ара скандалға барып етеүе бар) барыһы ла энә күҙенән үткәрелә, ашағанда ниндәй сәнске-ҡалаҡтар булыуы, ҡунаҡтың нимә ашарға яратыуына тиклем ентекеле өйрәнелә.
Беҙҙең район хакимиәте Сит ил министрлығы түгел, шулай ҙа ситтән кемдер килер булһа, төн йоҡламай тиерлек әҙерлек бара, бер ҙә Лавров командаһынан ҡалышмай, һәр нюанс иҫәпкә алына. Үткән шәмбелә буласаҡ сара тураһында алдан уҡ хәбәр ителде: Ермолаевоға Роберт Юлдашев, үҙенең һылыу ҡыҙҙары менән Линара Таһирова ла килә. Уларҙан тыш дини әһелдәр йыйыла – Салауат һәм Күмертау епархияһынан, Диниә назаратынан, улары волейбол уйнап үҙ-ара көрәшә, беҙҙең хакимиәт тә үҙ командаһын сығара. “Юшатыр”ҙы иртәндән үк сараға саҡырҙылар,”Сокол” физкультура-һауыҡтырыу комплексына әйткән сәғәттә тып итеп килеп баҫтыҡ. Бында, баҡһаң, иртә таңдан уҡ барлыҡ хакимиәт командаһы гөж килә. Ҡунаҡтар бергә генә йыйылып килеп төшһә рәхәт тә бит, улар айырым-айырым килеүе өҫтәмә ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы - һәр тупһа аша үткәнде шартына килтереп ҡаршы алырға, күңелен күреп торорға кәрәк. Икенсе ҡатта сәй-ғәләмәт әҙерләнгән, дини ҡунаҡтар булыуы өҫтәмә ҡыйынлыҡ тыуҙыра, килеп төшкәнде ҡосаҡларға яраймы, башҡа нимәлер кейергәме-кеймәҫкәме, ике ҡуллап күрешергәме, бер ҡуллапмы, ауыҙҙан артыҡ ярамаған һүҙ сығып китмәһен – ғүмерлеккә оятлы булыр ҙа ҡалырһың. Килгән һәр береһен өҫкө ҡатҡа оҙата торҙолар - унда һеҙгә хәләлдән дә хәләлерәк ризыҡ әҙерләнгән, ҡурҡмай ашағыҙ. Бар процесты үҙ ҡулына алған Көйөргәҙе мәрхәмәт фондының попечителдәр рәйесе Лилә Михайлова сараны әҙерләүселәргә тын алырға ла бирмәй: шуны эшләнеңме, быға шылтыраттыңмы, нимә ҡарап тораһың, йүгер тегендә, саптыр бында... Беҙҙә башҡаса уй: диндарҙар волейболды нисек уйнар, поптар оҙон, аяҡҡа тиклем төшөп торған кейемдә була, етмәһә, улар ҡорһаҡлы ла була торған тип күҙ алдына баҫа. Юҡҡа борсолғанбыҙ, Епархия өсөн дә, Диниә назараты өсөн дә уйнаған волеболсылар йәш егеттәр булды. “Урал» волейбол клубында уйнаған егеттәрҙән бер ҙә кәм түгелдәр. Уйындар, хәс Мәскәүҙә сит ил ҡунаҡтарын ҡаршы алғандағылай, юғары кимәлдә башҡарылды. Гимндарҙан алда район ҡурайсылары ҡурай тартты. Фәнир Малбаев, төшөп китеп, еренә еткереп башҡорт бейеүен бейене. Йәше апаруҡ бит инде, ситтән килгән кешеләргә хәс ишара һымаҡ булды был: бына беҙҙәге ҡарттар ҡалай. Ҡунаҡтар, был тамашаны күреп, илдә пенсия йәшен арттырып дөрөҫ эшләгәндәр тип уйлауҙары ла ихтимал ине.
Тәүге уйын диндарҙар араһында булды, Диниә назараты шунда уҡ еңелә башланы, тиҙ арала тайм-аут алырға тура килде үҙҙәренә, артабан уйындары шәп китте, барыһын да еңеп, беренселекте яуланылар. Спортзал эсе уйнаған кеше өсөн йылы булғандыр, ҡарап торған көйәрмәндәргә һыуыҡ булды, шәпләнеп тәүҙә яланғасыраҡ кереп ултырғайнылар, торараҡ курткаға күстеләр – сара үтер ҙә китер, аҙаҡ аҙна буйы ауырып ятырғамы ни? Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам мөхтәсибе Азат хәҙрәт спортсы булараҡ нисектер (ул волейбол уйнаманы), көйәрмән булараҡ бик ҡыҙыу икән. Мосолмандар өсөн ныҡ янды, спортзалға бер керҙе, бер сыҡты, нимәлер уҡынды, аҙаҡ, Диниә назараты еңгәс, иң ныҡ ҡыуанған кеше ул булғандыр. Уйын башланмаҫ элек бар сығыш яһаусылар ҙа, район башлығы Юлай Ильясов та: был уйын - дуҫлыҡ уйыны, дин, милләт араһында бер ыҙғыш-талаш булырға тейеш түгел, барыбыҙ ҙа бер Алла аҫтында йөрөйбөҙ тигәйне, ысынлап та бер-беребеҙҙең битенә һуҡҡансы, туп һуғыу күпкә яҡшы. Ҡыҙғанысҡа, Диниә назары рәйесе лә, еписоп та үҙҙәре килә алманы, шулай ҙа былар уйындың ҡуҙын һүрелтмәне – һәр береһенең урынбаҫарҙары булды, Республика башлығы янындағы дәүләт-конфессия-ара мөнсәбәттәр Советы рәйесенең урынбаҫары В. Антонов килеүе сараны күркәмләндереп ебәрҙе. Ермолайға волейбол уйнарға Бөрйән, Хәйбулланан да килгәндәр, уйын төшкө аш мәле үтеп киткәс кенә тамамланды. Күңелдәр күтәренке булһа ла, (беренсе урынды алдылар бит), тамаҡтар ас. Барыһы ла бер булып Рамаҙан мәсетенә киттеләр – унда мөъмин волейболсыларҙы тәмле былау көтә ине.
Читайте нас: