Все новости
Спорт
18 Февраля 2020, 12:05

Бүләккә – боксер бейәләйҙәре

Яҡшымбәт урта мәктәбендә 1-се класс уҡыусылары атай-әсәйҙәре менән берлектә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, совет ғәскәрҙәренең Афған еренән сығарылыуына 31 йыл тулыуға һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап “Атай, әсәй, мин – спортсы ғаилә” исемле күңелле эстафеталар үткәрҙе.

Яҡшымбәт урта мәктәбендә 1-се класс уҡыусылары атай-әсәйҙәре менән берлектә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына, совет ғәскәрҙәренең Афған еренән сығарылыуына 31 йыл тулыуға һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап “Атай, әсәй, мин – спортсы ғаилә” исемле күңелле эстафеталар үткәрҙе. Ярышта Кинйәғоловтар, Фәйезовтар, Аҡһаровтар, Хәйбуллиндар һәм Аҡъюловтар ғаиләләре ҡатнашты. Эстафеталар төрлөлөгө менән айырылды. Һәр эште атай, әсәй һәм бала бер-береһенә терәк булып, ярҙамлашып берҙәмлектә башҡарҙы. Уҡыусылар ҡәҙерле кешеләре янында үҙҙәрен ышаныслыраҡ тотто, уларға ҡарата һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тағы ла артты. Күңелле уйындарҙан һуң балалар атайҙарҙы ҡотлап матур бүләктәрен тапшырҙы, уларға иң изге теләктәрен еткерҙе. Ә ҡыҙҙар һәм ата-әсәләр тарафынан малайҙарға әҙерләнгән бүләктәр байрамыбыҙға йәм өҫтәне – егеттәребеҙгә боксер бейәләйҙәре тапшырылды. Уларҙың көслө булыуын, спортты яратыуын, ҡыҙҙарҙы һаҡлап тороуҙарын ихлас теләнеләр. Киләсәктә илебеҙ һағында торасаҡ егеттәргә, әлбиттә, көс кәрәк – башҡорт рухлы ихтыяр көсө.
Фәнүзә ХӘЛИТОВА
Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: