Все новости
Спорт
18 Февраля 2020, 11:49

Спортҡа ғашиҡтар

Бер аҙ буранлап торған көнгә ҡарамаҫтан, 14 февраль Маяҡ ауылында урынлашҡан Күмертау психоневрологик интернаты алды саңғы тотоп килеүселәр менән гөр килде.

Бер аҙ буранлап торған көнгә ҡарамаҫтан, 14 февраль Маяҡ ауылында урынлашҡан Күмертау психоневрологик интернаты алды саңғы тотоп килеүселәр менән гөр килде. “Саңғы юлы - 2020” стартында ҡатнашыусылар һаны 50 кешенән дә артҡан бит. Тирә-яҡҡа яңғыраған дәртле көйҙәр ҙә, ярышҡа килгән саңғысыларҙы сәмләндерҙе генә.
“Саңғы юлы - 2020” – профессиональ шөғөлләнеүселәр өсөн дә, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн дә күңелле байрам сараһына әйләнде. Традицияға әйләнгән “Саңғы юлы“на килеүселәрҙе, интернат етәксеһе Ибраһимов Ринат Ғәфүр улы тәбрикләү һүҙе менән ҡаршы алды. “Кемдер бөгөн беренсегә саңғыға баҫыуына ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә уңыштар теләйем”, - тип ярышты башлап ебәрҙе ул.
Йылдан-йыл саңғысылар һаны күбәйә, географик кимәле киңәйә генә. “Саңғы юлы”нда ҡатнашыу өсөн 66 кеше заявка биргән. Старттар йәш категорияһы буйынса төркөмдәргә бүленде. “Күңелле старт”, “күңелле финиш” – ярыш башланып, ун метрҙай китеп өлгөрмәгән һәм килеп етергә бер нисә метр ҡалғас ҡына йығылып, бер аҙ артта ҡалыусылар ҙа булды. Әлдә мамыҡ кеүек ҡар, кейемдәр йомшаҡ әле.
Ҡатнашыусы саңғысылар күп – наградалар, татлы приздар мул. Шулай ҙа, беренселектә: 1-се төркөм (20-35 йәш) – Татьяна Корякина, 2-сеһендә (36-50 йәшкә тиклемдәр) – Маргарита Щурева,3-cө төркөм (50 йәш һәм өлкәндәр) – Гөлдәр Исмәғилева; ир-егеттәр төркөмөндә - Ринат Ибраһимов еңеүсе булды.
Читайте нас: