Беҙ элегерәк тә был һорауҙы биргән булды: әллә һәр ауылдың үҙенә күрә һауаһы бармы, һыуҙары башҡасараҡмы? Бер ауылды ҡарайһың, гел гер күтәрсеүселәр үҫә, икенсе ауылда һәр береһе йырға оҫта, өсөнсөһөндә, ашарҙарына бирмә, бейергә генә бир. Яҡупта бына, йорт һайын тиерлек, көрәшселәр йәшәй. Әллә эскән һыуҙары шулай тәьҫир итә, бала тыуып та өлгөрмәй, атаһы менән көрәшергә ынтыла башлай, тиҙәр. Яҡуптар көрәшергә барһа, еңә лә ҡайталар, етмәһә. Бына үткән кесаҙна көндө лә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, Мораҡта үткән милли көрәш буйынса асыҡ турнирҙа ла ҡатнашты улар. Республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан 7 команда ҡатнашҡан бәйгелә районыбыҙҙың 14 баһадиры (тренерҙары Самат Туйгилдин, Илшат Юлбаев, Рөстәм Кәлимуллин) көс һынаны. Көсөргәнешле ярышта Яҡуп ауылынан Алик Гвоздик менән Малик Емилов (тренерҙары Самат Туйгилдин) исемле егеттәр үҙ ауырлыҡ категорияларында беренселекте берәүгә лә бирмәгәндәр. Йәмил Искәндәров (Яҡуп), Алексей Сиражетдинов (Ермолаево), Динар Ғүмәров (Яңы Мораптал) икенсе урынды алғандар. 3-сө урынға Динар Фигаутдинов (Яңы Мораптал) сыҡҡан. Тренерҙар араһында Илшат Юлбаев 2-се урынға лайыҡ булған. Бына ҡайҙа йәшәй икән ысын Ҡыпсаҡ батырҙары, тип барыһы ла һоҡланып торған.
Альбина ИСКӘНДӘРОВА:
- Яҡуп батырҙары уңыштарының бер генә сере бар, шәп тренерҙары бар уларҙың! Афарин егеттәр, ғорурланабыҙ һеҙҙең менән!
Нурзилә МОЗАФАРОВА:
- Афарин,Яҡуптар!
Зинфира ТҮЛӘКОВА:
- Беҙҙең Яҡуп батырҙары шулай шәптәр ул, Молодцы!
Ilqiz Karimov:
- Асса беҙҙекеләр баҫа!
Хәлиҙә МЫРҘАҒОЛОВА:
- Афарин! Беҙҙең Яҡуп батырҙары!