Все новости
Спорт
24 Марта 2020, 11:31

Морапталдар беренсе

Бахмут, Мораптал, Керәүле-Илюшкин ауыл советтарының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары волейбол уйнаны.

Үткән шәмбе Бахмут мәктәбендә волейбол буйынса турнир үтте. Унда Бахмут, Мораптал, Керәүле-Илюшкин ауыл советтарының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары ҡатнашты. Ярыш башланыр алдынан ауыл советтары башлыҡтары командаларға уңыштар теләне. Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Көсөргәнешле ярышта ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында ла, ир-егеттәр командаһында ла 1-се урынға Мораптал ауыл советы лайыҡ булды. Шулай уҡ ике команда буйынса ла 2-се урынды Бахмут силсәүите алһа, 3-сө урынға Керәүле-Илюшкин ауыл советы сыҡты. Волейбол турнирынан барыһы ла дәртләнеп, рухланып таралышты.
Читайте нас: