Все новости
Спорт
17 Октября 2020, 14:30

Чемпиондар үҫтерергә әҙер

9 октябрь көнө, «Спорт көрәше – мәктәптәргә» республика программаһы сиктәрендә, Башҡортостандың белем биреү усаҡтарында 46 спорт залын асыу тантанаһы уҙғарылды.

Был сарала бөтә 46 мәктәп тә онлайн режимда ҡатнаша. Ләкин уның барышында, Республика башлығы Радий Хәбиров менән тере бәйләнеш – телемостҡа ҡала спортсылары түгел, ә Яңы Морптал ауылы мәктәбе сыға. Сөнки бында ла программа буйынса көрәш менән шөғөлләнеү өсөн зал эшләнгән. Мәктәп директоры Гөлкәй Шәмсетдинова һөйләүенсә, 200 мең 556 һумға йыһазландырылған көрәш залында 17 бала шөғөлләнә. Башҡортостан хөкүмәте, Башҡортостандың спорт көрәше федерацияһы, Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Мәғариф министерстволары ярҙамында ойошторолған был проектта ҡатнашыуҙарына сикһеҙ бәхетле улар. Мәктәп етәкселегенән файҙаланасаҡ бүлмә һәм уның төҙөлөш схемаһы ғына талап ителгән. Унан ары кәрәк материалдар, уларҙың хаҡын иҫәпләүҙе программаны ойоштороусылар тарафынан башҡарылған. Ҡорамалландырыу һәм подрядсыны табып, милли көрәш залын булдырыуҙы Башҡортостандың Мәғариф Министрлығы уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығы етәксеһе Марсель Йосопов үҙ ҡарамағына ала. «Республикабыҙҙа бындай программалар күберәк булһын ине, - ти Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы. – Районыбыҙҙың башҡа мәктәптәре лә ошо проектта ҡатнашырға ҡурҡмаһындар, дәррәү ҡушылһындар. Был бит буласаҡ чемпиондарҙы үҫтереү өсөн яҡшы башланғыс».
Тулы материал 83-сө һанда.
Читайте нас: