Барлығы 8 ғаилә ҡатнашҡан был сарала, хоккей һуҡҡандар, санала шыуғандар, тюбинг тигәне лә булған хатта. Кемдер тюбинг тип, Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылына бара, М. Исҡужин исемендәге прогимназияһының тюбингын күрмәгәндәр, юҡһа, барыһы ла ошонда килер ине. Байрам була ҡалһа, беҙҙе ниндәйҙер юғары ҡунаҡты саҡырыу мотлаҡ – сараның дәрәжәһен күтәрә, бында ла ҙур кеше булған – Ҡоролтай-Дәүләт йыйылышы депутаты Хәйҙәр Ғайсин. Бәләкәй генә мәктәптең байрамы, шулай итеп, олоға киткән. Иң мөһим маҡсатҡа – балаларҙың ялы ялса булһын тигәнгә ирешелгән.
Бер күҙәтеү: мәктәп ишек башындағы байрам менән ҡотлап яҙылған яҙыу башҡортса. Бәләкәй генә нәмә һымаҡ, тик был күренеш тә был байрамға йәм өҫтәгәндәй – кемдәр байрам итә, башҡорт балалары байрам итә.