Ауылда эш ҡалалағына ҡарағанда ла күберәк. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ауыл халҡы спорт менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. кемдер бассейн, каток, саңғы трассаһы, тағы әллә нимәләр талап итә, ә беҙҙең халыҡ аптырап тормай, тәнде яҙыу өсөн уға саңғы, таяҡ та та етә. Бик булмаһа, өйҙә лә төрлө күнекмәләр яһай. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тип белмәй әйтмәгәндәр, спорт менән дуҫ булғандарға ҡарап, башҡалар ҙа улр өлгөһөнә эйәрер, һәм беҙ һаулыҡта, таҙалыҡта, бәхетле булып, тағы ла оҙағыраҡ йәшәй башларбыҙ.