Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Ғинуар 2021, 17:30

Өфөнө гөж килтереп ҡайттылар

Тормош иптәшем Зариф менән ошо районда, Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән кешеләр инде. Мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк спортҡа ылыҡтырып, матур тәрбиә биргән Тимур ағай Зәйнетдиновҡа ҙур рәхмәт. Һылыуҡай конкурсында, волейбол, саңғы ярыштарында гел әүҙем ҡатнашып йөрөнөм...#ҒаиләУйындары2021 #новости #спорт #газетаЮшатыр

Лиана Яманһарова:
Тормош иптәшем Зариф менән ошо районда, Яҡшымбәт ауылында тыуып үҫкән кешеләр инде. Мәктәптә уҡып йөрөгәндә үк спортҡа ылыҡтырып, матур тәрбиә биргән Тимур ағай Зәйнетдиновҡа ҙур рәхмәт. Һылыуҡай конкурсында, волейбол, саңғы ярыштарында гел әүҙем ҡатнашып йөрөнөм. Тормош иптәшем дә бейеү түңәрәгенә йөрөнө, әүҙем булды. Ҡыҙыбыҙ Залинаға 6 йәш ул ярышта ҡатнашманы, улыбыҙ Авзал ҡалабыҙҙың 5-се һанлы мәктәбенең 4-се синыфында уҡый, шул мәктәптән сығыш яһаныҡ. Һеҙ Өфөгә үттегеҙ тинеләр. Шулай уҡ бер иштән формалар биреп, юлыбыҙға яғыулыҡ биреп ҡала хакимиәтенән хуплап ярышҡа оҙатып ҡалдылар.
Тулы материал 6-сы һанда баҫылып сыҡты.
#ҒаиләУйындары2021 #новости #спорт #газетаЮшатыр
Читайте нас: