Былтыр Өфөгә барып ҡайтҡас, булды быйыл бармайбыҙ тип уйлап, районға ғына барып ҡатнашып ҡарайыҡ, ниндәйерәк ғаиләләр бар икән, улар нисек икәнен күреп ҡайтайыҡ тип кенә барған инек. Барҙыҡ, бик тырышып та ярышманыҡ Ермолаево балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Балянов Дмитрий Николаевич килде лә; «Һеҙҙән башҡа барыр кеше юҡ, Өфөгә һеҙҙе ебәрәбеҙ»,-тине. Шунан Рүзилә менән кәңәшләштек тә, тағы берҙе барып ҡайтайыҡ тип уйлап ризалаштыҡ.