«Беҙ үҫкән ваҡытта ағайымдар дуҫтары менән һыу буйында ҡарҙы таҙартып ҡыш буйы конькиҙа шыуалар ине, шунда хоккей уйнай, көндәре үтә ине. Мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштым һәм саңғыла ла яҡшы шыуырға өйрәндем. Морапталға уҡырға килгәс, беҙҙең физкультура уҡытыусыһы Ғәббәсов Фәррәх Финирас улы (хәҙер мәрхүм инде) район күләмендә үткән саңғы ярыштарына йөрөттө. Спорт менән шөғөлләнеү һаулыҡ өсөн бик мөһим. Йәштәргә шуны әйткем килә, сәләмәт тормош өсөн күп нимә кәрәк түгел, бары тик теләк кенә булһын. Йыбанмағыҙ, саңғы ла шыуығыҙ, йүгерегеҙ. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух»,- тип кәңәш бирә ул, йәштәштәренә.