Все новости
Спорт
7 Февраля 2021, 12:05

Тағын беҙҙекеләр!

5-6 февралдә Толбазы ауылында милли көрәш буйныса ярыштар үтте. 2007-2008 йылдарҙа тыуған егеттәр билдәренең ныҡлығын һынанылар. Беҙҙең райондың данлыҡлы батырҙары ла юлланды бәрәкәтле Ауырғазы еренә. Егеттәрҙе тренерҙары Самат Туйгилдин һәм Илшат Юлбаев оҙата барҙы.

Һәммәһе бөтөн республиканан 30 команда ҡатнашты көрәштә, 150 баһадир "Мин еңәм" тип килгән.
Хисиков Даниэль, Юмадилов Рәмзил үҙ ауырлыҡтары категорияһында өсөнсө урынды яулаған. Турнирҙың чемпионы исемен Емилов Малик алған. Малик, һөҙөмтәлә, республиканың йыйылма командаһына эләккән. Афарин, егеттәр. Артабан да билегеҙ ныҡ булһын, арҡағыҙға ерҙе күрмәй йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: