Все новости
Спорт
9 Февраля 2021, 17:00

Беҙҙекеләр алдынғы!

5-6 февралдә, Толбазы ауылында, милли көрәш буйынса республика беренселеге үтте. Унда 2007-2008 йылдарҙа тыуған егеттәр билдәренең ныҡлығын һынанылар.

Әхәт Рафиҡов, Күмертау ҡалаһының балалар һәм үсмерҙәр спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса тренер-уҡытыусыһы:
- Егеттәр маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Уларҙың сәмләнеп ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулауы ҡыуаныслы. Тренировкаларға ла теләп, ваҡытында йөрөйҙәр. Беҙгә килгән балаларҙы, көрәш серҙәренә өйрәтеп, дәртләндереп, үҫтереп торабыҙ. Балаларҙың атай-әсәйҙәренә, көслө рухлы, аҡыллы, тәртипле, баһадирҙар үҫтереүҙәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Читайте нас: