Все новости
Спорт
15 Февраля 2021, 19:13

Бокста ла беҙ шәп

Беҙҙең спортсыларҙың яулаған үрҙәрен яҙып өлгөрөп булмай. Йә саңғы, йә коньки, йә көрәш. Бына бөгөн бокс төрөнән һәйбәт яңылыҡ килде.

10 - 14 февралдә Өфө ҡалаһында Башҡортостан беренселеге өсөн бокс буйынса ярыштар булды. Көйөргәҙе данын яҡларға балалар-үҫмерҙәр мәктәбенән иң оҫта "һуғышсылар" китте - Муравьев Станислав һәм Искәндәров Эдуард. Бер үҙҙәре генә китмәне, яндарында тренерҙары И. Логачев та булды. Остаздары.
Һөҙөмтә шәп: 4 һуғышта ҡатнашҡан егеттәр, финалға тиклем Станислав барып етә алған, Ишембай бәһелеүәне менән финалда йөҙгә-йөҙ ҡарашып осрашҡан. Һәм Муравьевта икенсе урын. Афарин, егеттәр. Алда һеҙҙе Али, Тайсон кимәленә тиклем етергә, хатта уларҙы уҙып китергә яҙһын.


Читайте нас: